“Исем ҡушыу”
Төрөмбәт ауыл биләмәһендә,” Айыҡ ауыл” конкурсына арналған “ Тормош матур, тормош гүзәл” байрам кисәһе үтте.
Төрөмбәт мәктәбендә ҡунаҡтарҙы яҡташыбыҙ Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырына флешмоб менән ҡаршы алдылар. Ул үҙенсәлекле йөрәк форма-2019” конкурсын ойоштороу комитеты ағзалары шағирҙың музейында булып, Төрөмбәт мәҙәниәт йортона юлландылар.
Бында 2019 йылда тыуған сабыйҙар, оло йәштәге апайҙар, ауыл халҡы йыйылған. Фойела матур итеп ҡул эштәренән, баҡсала үҫтерелгән емештәр, йәшелсәләрҙән эшләнгән күргәҙмә әҙерләнгән.
“Йыйын” фолклор ансамбле сәхнәлә “Исем ҡушыу” йолаһы менән таныштырҙы. Был сара мәҙәниәт йортонда 1996 йылдан үткәрелеп килә. Ауыл хакимиәте башлығы Юлай Миниәсҡәт улы яңы тыуған сабыйҙарҙы бүләкләне. Хакимиәт башлығы ауылдың йәшәйеше һәм иң төп проблема эскелекте бөтөрөү һәм тыйыу тураһында сығыш яһаны. Матур ихата, өлгөлө ғаиләләрҙе билдәләп үтте, бүләктәр тапшырҙы.
Район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Сергей Цуканов, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары етәксеһе, район үҙәк дауаханаһының табибы Лилиә Кильмухаметовалар ҙа үҙҙәренең сығыштарында ошо көнүҙәк проблемаға баҫым яһанылар. Фәүзиә Ғәли ҡыҙы: “Байрамдың исеме бик матур ҡуйылған, тормош матур-тормош гүзәл”. Шул донъяны матурлаусы, нурлаусы, гөлгә күмеүселәр, быуындар бәйләнешен тоташтырыусылар йыйылған сараға. Ә ауылдар бит үҙенең оло быуын кешеләре һәм балалары менән йәмле һәм йәнле. Айыҡ, өлгөлө тормош алып барғандар ғына, ауылдарҙың абруйын үҫтереүҙә һәм халыҡтың ишәйеүенә ярҙам итә ала. Шуға күрә тырышып эшләргә, матур итеп йәшәүҙе маҡсат итеп алырға тейеш һәр кем.. Иң мөһиме, ғәмһеҙ һәм ялҡау булмайыҡ. Татыу ғаилә ҡороп, тәүфиҡлы балалар үҫтерәйек. Яҡшы әсәй, яҡшы атай булып, йорттарығыҙҙа һәр саҡ тыныслыҡ булһын. Урамда һәм йортта тәрбиәле булырға, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән арынырға, бала-саға һәм ололар алдында тәмәке тартмаҫҡа, эсеп алып урамда йөрөмәҫкә лә саҡырам.
Милләтебеҙҙең яуыз дошманы -эскеселеккә ҡаршы көрәш иғлан итеп, районыбыҙҙың 18 ауылы «Айыҡ ауыл- 2019” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Төрөмбәт ауылы ла был исемлектә. Халыҡты эскегә һабы