Выбрать язык

Китап уҡыусылар байрамы

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы — йыл һайын бөтә Рәсәй буйынса уҙа барған акция. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында китапты популярлаштырыу маҡсаты менән үткәрелә.
Был байрам беҙгә балаларҙы яңы сыҡҡан балалар китабы, яҙыусылар, шағирҙар менән таныштырырға мөмкинселек бирә .
Ошо көн уңайынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһына  мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары килде.Улар китапханалағы яңы, матур китаптар менән таныштылар, журналдар ҡаранылар. Яҙғы каникул ваҡытында уҡырға өйгә китаптар ҙа алдылар.
Китап уҡып үҫкән баланың күңеле таҙа, уйлау һәләте юғары дәрәжәлә була.

Дата публикации: 26.03.2026.