Выбрать язык

Фатихамды бирәм, балам

Төрөмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда  ауылдаш шағирәбеҙ, яугир әсәһе Минира Винер ҡыҙы Бикәнәсованың  «Фатихамды бирәм, балам” исемле өсөнсө китабының исем туйы үтте. Был китапҡа Минира Винер ҡыҙының һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары, хикәйәләре ингән. Махсус хәрби операцияһында   ҡатнашҡан улы Айгиз Урал улына, яугир егеттәребеҙгә, уларҙың әсәләренә арналған шиғырҙары, шағирәнең йөрәк түренән алып яҙылған.Бөгөнгө сара шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнөнә лә бағышланды.

Байрамға килгән  ҡунаҡтар араһында  Ауырғазы районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Баһауетдинов Б.Ф, Ауырғазы районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Газиева А.Ф., Дәүләкән районы “Дим” әҙәби берекмәһе, Рәсәй һәм Башҡортостан  журналистар союзы ағзаһы , тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрова, “Зәңгәр шишмә” район әҙәби берекмәһе етәксеһе Аҡбашев В.Й., берекмә ағзаһы Хәмәтшин Э.Г., Ғ. Ибраһимов исемендәге район үҙәк китапханаһы китапханасылары Зөһрә Алтынгузина,  Зөлфиә  Йәғәфәрова, район гәзите хәбәрсеһе Рәүилә Бардыбаева, муниципаль хеҙмәт ветераны Альмира Батталова, Степановка мәктәбенең директор урынбаҫары Алевтина Артемьева бар ине. Баш ҡалабыҙ Өфөнән  дә мәртәбәле ҡунаҡтарҙың булыуы байрамға тағы ла  бер йәм өҫтәне, улар-  яҙыусы- сатирик, «Шоңҡар» журналының яуаплы секретары Винер Исхаков һәм ”Шоңкар” журналы хәбәрсеһе Айнур Акиловтар.  Сара йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. Төрөмбәт мәктәбе уҡыусылары, ветеран китапханасы Юлмухаметова Р.Ш.  шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләнеләр.”Йыйын”башҡорт халыҡ фольклор коллективы, Айнур Сәйфетдинов , Розалия Сәйфетдинова  үҙҙәренең йырҙарын бүләк иттеләр.

Сығыш яһаусы һәр кем Минира Винер ҡыҙына изге теләктәрен еткерҙе, илебеҙҙең тиҙерәк тынысланыуын, яугир һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау тыуған илдәренә ҡайтыуын теләне.

Минира Винер ҡыҙына артабан да ижади  уңыштар, тағы ла матур әҫәрҙәр яҙыуын теләп ҡалабыҙ.

Дата публикации: 18.02.2026.