«Халҡым хазиналары» исемле фольклор сәғәте
Бөгөн ауыл мәҙәниәт йортонда кескәй балаларға » Халҡым хазиналары» исемле фольклор сәғәте үтте. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре балаларға башҡорт халҡының аҫалы балаҫтары, сигелгән таҫтамалдары тураһында таныштырып үттеләр. Аҫалы балаҫ, сигелгән таҫтамалдар ғаиләлә ҡыҙҙар тыуғас та бирнәлеккә әҙерләп, һандыҡҡа йыя барыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Бөгөнгө осрашыу балаларға бик оҡшағандыр.
Халҡыбыҙҙың йолаларын киләһе быуынға еткерәйек һәм үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек!.
Дата публикации: 29.01.2026.