МХО- ға маскировка селтәрҙәре
Бөгөн Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙ апайҙары менән маскировка селтәрҙәре үреүҙе дауам иттек. Бындай эштәр ауылыбыҙҙа йыш үткәрелеп тора.
Яугирҙаргә маскировка селтәрҙәре төп урынды алып тороуына аптырарға түгел – улар хәрбиҙәргә, ҡоралдарға, хәрби техникаға урындағы ерлектә маскировка өсөн үтә лә кәрәк әйбер. Был маскировка селтәрҙәре тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы ла.
Барыбыҙ ҙа яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, барыһы ла имен-һау ғына һәм тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар ине тигән теләктә ҡалабыҙ.
Дата публикации: 26.11.2025.

