Выбрать язык

Рәшит Назаровты иҫләп…

_cuva

_cuva

1 ноябрҙә Рәшит Назаровтың тыуыуына- 81 йыл була.Бөгөн яҡташ яҙыусыбыҙҙың тыуған көнөндә китапханала ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Рәшит Назаровты иҫкә алдылар, уның тыуған еренә, ауылына,тәбиғәтенә атай-әсәһенә бағышлап яҙылған шиғырҙарын уҡынылар.
Рәшит Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Фатиха апай менән Сәйетбаттал ағайҙың алтынсы балаһы булып, донъяға килгән. Рәшит Назаровҡа аяуһыҙ яҙмыш ижад итеү өсөн бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт бирә. Ошо ижади осоронда береһенән-береһе һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙып ҡалдыра.
Уның тормош юлын, ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, шиғырҙарын уҡыйбыҙ, йыл да районыбыҙҙа үткәрелеп килгән «Назаров уҡыуҙарында» ҡатнашабыҙ.

Дата публикации: 31.10.2025.