Выбрать язык

Йырҙар йырлай миңә Өршәгем

1 ноябрь-  күрнекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район премиялары лауреаты, ауылдашыбыҙ Рәшит Сәйетбаттал улы  Назаровтың тыуған көнө. Бөйөк шағирыбыҙҙы иҫкә алып, Төрөмбәт ауыл китапханаһында  уның ижадына арналған, даими эшләп килгән «Йырҙар йырлай миңә Өршәгем» тип аталған китап күргәҙмәһенең яңы китаптары менән таныштыҡ, шиғырҙарын уҡыныҡ.

Йылдағыса, Төрөмбәт ауылы мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Рәшит Назаровтың зыяратына барып уны иҫкә алдыҡ, ҡәберлеген таҙарттыҡ.

Тыныс йоҡла, бөйөк шағирыбыҙ.

Дата публикации: 31.10.2025.