Башҡортостан-тыуған ерем
11 сентябрь- Башҡортостандың төп байрамы — БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ билдәләнә
Был көн- Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
Мораҙым ауылы моделле китапханаһына ошо байрам уңайынан уҡыусыларға «Башҡортостан-тыуған ерем» исемле әҙәби дәрес утте. Улар байрамдың килеп сығыуын, уның символдары, башҡорт халҡының йәшәйеше, традициялары тураһында белемдәрен нығыттылар.»Мин данлайым үҙ еремде » исемле китап күргәҙмәһендә тыуған еребеҙгә арналған матур китаптар ҡаранылар һәм шиғырҙар уҡынылар.
Башҡортостан!
Минең изге ерем,
Ата-бабам яҡҡан – тәүусаҡ,
Һин үткәнем минең, һин – бөгөнгөм,
Киләсәгем – балҡып тыуасаҡ!
Зөлфиә Ханнанова.