Выбрать язык

Яугир егеттәргә ярҙам итеү- барыбыҙҙың да изге бурысы.

Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Яугирҙәргә ярҙам итеүгә халыҡты өндәргә лә кәрәкмәй, һәр кем был изге эшкә ҙур теләк менән ҡушыла. Был йәһәттән иһә Төрөмбәт ауылының  “Айһылыу” түңәрәге ҡыҙҙары ла ситтә ҡалмай.Ошо көндәрҙә генә улар ваҡытлыса ялға ҡайтҡан һалдатыбыҙ аша аҡсалата ярҙам йыйып ебәрҙеләр.

«Иң мөһиме: махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ,»  — ти мәрхәмәтле апайҙарыбыҙ. Изге күңелле апайҙарға һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һуғыштар тиҙерәк тамамланһын, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар.

Дата публикации: 6.10.2025.