Милли кейем матурлығы
12 сентябрь-Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө. Был көн халыҡ йолаларына, мәҙәниәтенә һөйөү, мәҙәни байлыҡты һаҡлап ҡалыу маҡсатынан булдырылған. Милли кейем-ул халыҡтың мәҙәниәте һәм тарихы, уның традициялары һәм йәшәү рәүеше. Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында милли кейем уңайынан «Милли кейем матурлығы» тип аталған фәһемле дәрес үтте. Балалар башҡорт халыҡ ижады менән танышты, баш кейемдәре, түшелдеректәр, биҙәүестәр, ғөрөф-ғәҙҙәттәр хаҡында ла күп нәмә белде.Ҡыҙҙар, малайҙар уларҙы кейеп ҡарап та ҡыуандылар.
Дата публикации: 15.09.2025.
