Выбрать язык

Нәүрүз байрамы “

20 март Мораҙым ауыл мәҙәниәт йорто алдында ” Нәүрүз байрамы ” үткәрҙек.
Балалар менән бергә ололар ҙа бик ихлас ҡатнаштылар. Хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ байрамыбыҙҙы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәттеләр.
Байрам саф һауала , төрлө күңелле ярыштар менән үтте. ” “Аҡ тирәк – Күк тирәк ” , ” Наза ” халыҡ уйындарын уйнап күңел астыҡ. Ат сабышы , әтәс һуғышы һәм башҡа күмәк уйындарҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Сара барышында барыһы ла күңел асты, йырланы , бейене.
Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Байрам аҙағында тәмле ҡоймаҡ , белендәр менән , самауыр сәйе менән һыйландыҡ .
Ойошторолған сараға йәм өҫтәп килеүсе
ауылдаштарыбыҙға , балаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Дата публикации: 22.03.2021.