Выбрать язык

ӘЛФИӘ ӘСӘҘУЛЛИНАНЫҢ ТЫУҒАН АУЫЛЫ ҮТӘЙМУЛЛАЛА ШАҒИРӘНЕҢ ЙӨКМӘТКЕЛЕ ИЖАД КИСӘҺЕ ҮТТЕ

Беҙҙең Әлфиәбеҙ”, тиҙәр уның тураһында ауылдаштары. Ул үҙе лә, “ауылым”, “атай-әсәйем”, “туғандарым”, “ауылдаштарым” тип, ауылға илткән юлдарға туҙан төшөрмәй, ғаиләһе менән йыш ҡайта. Сараларҙың уртаһында, береһен дә ҡалдырмай.

   “Беҙҙең Әлфиәбеҙ”, тиҙәр уның тураһында ауылдаштары. Ул үҙе лә, “ауылым”, “атай-әсәйем”, “туғандарым”, “ауылдаштарым” тип, ауылға илткән юлдарға туҙан төшөрмәй, ғаиләһе менән йыш ҡайта. Сараларҙың уртаһында, береһен дә ҡалдырмай.

    Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллинаның алтмыш йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолған “Донъяға ҙур һөйөү менән сығам” тип исемләнгән ижад кисәһенә ауылдаштары, туғандары, класташтары, мәктәп уҡыусылары килде. Шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Юламанова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Баһауетдинов, мәҙәниәт һарайы директоры Юлия Тимофеева, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры вазифаһын башҡарыусы Айгөл Ғәзиева, район финанс идараһы начальнигы Земфира Саярова “Зәңгәр шишмә” район әҙәби берләшмәһе рәйесе, шағир Вәрис Аҡбашев, Өфөнән шағирә, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Ҡотлогилдина  уны ҡотларға тип килделәр.

    Әлфиә Нәжиб ҡыҙы үҙенең ошо юбилейын тыуған ауылында үткәрергә тигән теләге булыуын әйтеп үтте. “Башта ауылдаштарым алдында тормошом, ижад юлым тураһында үҙенә күрә бер отчет кеүегерәк сығыш яһарға тигән уйым бар ине. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, ауыл Советы хакимиәтенә ошо мөмкинлекте биреүҙәре, күркәм сара ойоштороуҙары өсөн рәхмәт”, – тине ул.

   Эйе, иҫ киткес тәбиғәтле урында урынлашҡан Үтәймулла ауылында уның күңелендә тәүге шиғырҙары тыуған, уның һыуҙары, тау-урмандары, нәфис сәскәле яландарына һоҡланыу ҡыҙҙа шиғри осҡондо дөрләтеп, илһамын үҫтергән. Ошо ауылдың урам-тыҡрыҡтарынан, һуҡмаҡтарынан оло юлға сыҡҡан. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө бейеклеккә килеп еткән.

   Кисәлә сығыш яһаусы һәр кем Әлфиә Нәжиб ҡыҙының изге күңелле, ярҙамсыл, мөләйем булыуын ҡабат-ҡабат әйтеп үтте. Класташтары уның уҡығанда тыныс, хисле булыуын хәтерләһә, бергә эшләгән ижадташы Зөһрә Ҡотлогилдина уның тынғыһыҙ, уңған, һәр эшкә лә яуаплы ҡарауын билдәләп үтте. Шағирә үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге, асыҡ күңеллелеге менән бар кешене лә үҙенә йәлеп итәлер, һисшикһеҙ.

    Юбиляр үҙенең шиғырҙарын да уҡыны. Әҫәрҙәре һәр йәштәгеләр өсөн дә уҡымлы, тәрән мәғәнәле. Уларҙа тыуған яҡҡа һөйөү, һоҡланыу менән бергә, тормоштоң ғәҙелһеҙ, кире яҡтарына әсенеү ҙә ята. Балалар өсөн әҫәрҙәрендә уларҙың психологияһын яҡшы белеү ҙә, шул уҡ ваҡытта ябай, аңлайышлы, образлы телдә улар менән аралашыу ҙа хас шағирәгә.

    Район китапханаһының да яҡын дуҫы ул, китаптарының исем туйы булһынмы, балалар өсөн оҫталыҡ дәресеме – бүләктәре менән килеп етә. Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры вазифаһын башҡарыусы Айгөл Ғәзиева ла шағирәнең һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуына һоҡланыуын белдерә. “Әлфиә Нәжиб ҡыҙы – беҙҙең балалар китапханаһының өлкән дуҫы, кәңәшсеһе. Телефон аша ла, оҫталыҡ дәрестәренә килеп тә ул йәш ҡәләм тибрәтеүселәргә файҙалы консультацияларын бирә. Бынан бер нисә йыл элек ул ун алты баланың “Ашҡаҙар” радиоһында сығыш яһап ҡайтыуына ла үҙ өлөшөн индерҙе. Һәр саҡ китаптар бүләк итеп китә”.

   Әйткәндәй, ошо юбилей кисәһендә лә ул балаларға китаптарын бүләк итте, уларға уҡыуҙарында, алдағы тормоштарында әхлаҡлы, аҡыллы, әҙәбиәт һәм үҙ туған телдәрен яратыусы булып үҫеүҙәрен теләне.

 Әлфиә Әсәҙуллина ғаиләһе менән дә бәхетле, ире Динислам Кәримов менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, ҙур тормош юлына сығарғандар. Олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетенә лә ирешкәндәр. Ауырғазыла ата-әсәһе, Ҡырмыҫҡалы районында ҡәйнәһе уларҙы һәр саҡ шатланып көтөп тора.

     Ижади емешле, изге эштәр менән тулы тормошо уны һәр саҡ ҡыуандырып, тағы ла ижадҡа дәртләндереп торһон! Шиғырындағы юлдар менән әйтеүенсә, “ғүмер юлы саҡ башлана төҫлө, йөрәк тойған төҫлө йәш” уға.

Дата публикации: 10.12.2019.