Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо
Ошо көндәрҙә бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мостай Кәримгә 100 йыл тула. Ошо уңайҙан Төрөмбәт ауыл китапханаһында уҡыусылар өсөн әҙәби дәрес үткәрелде.Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. 1937-1941 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән армия сафына алына фронтта була. Унда ла ижад итеүен дауам итә.
Башҡортостандың халыҡ шағирының әҫәрҙәре 100 ҙән артыҡ шиғыр һәм хикәйәләр йыйынтығы, 10 драма әҫәрҙәре булып баҫылып сыға. Уның әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгәнлектән бөтә планетаға таралған. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөрөлгән, спектакльдәр ҡуйылған. Уның уҡыусылар өсөн яҙылған “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон – оҙаҡ баласаҡ” әҫәрҙәрен балалар бирелеп уҡыйҙар.Китапханала Мостай Кәрим ижадына һәм тормошона бағышланған «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» тигән китап күргәҙмәһе эшләй.