Выбрать язык

Ә мин бары ерҙән көс аламын…

Төрөмбәт мәктәбендә шағир Рәмзил Вәлиевтың хәтер кисәһе үтте. Йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән шағирыбыҙға   60 йәш тулған булыр ине. Ул 1959 йылдың  1 майында  Төрөмбәт ауылында тыуған. Йәш шағир хаҡында  1976 йылда Ким Әхмәтйәнов “Совет Башҡортостаны” гәзитендә күләмле мәҡәлә баҫтыра. Уның “Ҡоштар юлға сыға” исемле китабы 1982 йылда , ә 1995 йылда,  арабыҙҙан иртә киткән Зарема Әхмәтйәнова, Ринат Хәйри, Рәмзил Вәлиевтарҙың ижады тупланған “Әйтелмәгән васыят” исемле китабы донъя күрә.

   Кисәгә мәктәп уҡыусылары, шиғыр һөйөүсе ауылдаштары, апаһы Земфира Әхмәт ҡыҙы Идрисова, ул ваҡытта мәктәптә пионервожатый булып эшләүсе Ибракова Минөгөл Ғәндәлиф ҡыҙы, класташтары – Асфатуллин Азат Рәис  улы, Юлмөхәмәтова Ғәфүрә Имаметдин ҡыҙы, шулай уҡ ҡунағыбыҙ район башҡорттары ҡоролтайы Юламанова Фәүзиә Ғәли ҡыҙы ҡатнаштылар. Уҡыусылар Рәмзил Вәлиевтың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, ә класташтары, туғандары хәтирәләре менән бүлеште. Минира Винер ҡыҙы Биканасова үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

    Эйе, Рәмзил Вәлиевтың ғүмер ебе бик иртә өҙөлдө. Күңел төбөндә ятҡан уй-хыялдарын, йөрәгенән сығыр моңдарын үҙе менән алып китте шағир. Шағир Риф Мифтахов әйтеүенсә, Рәмзилдең архивында 180 дән ашыу ҡабатланмаҫ яҙмалары һаҡлана. Һәм беҙ, ауылдаштары, Рәмзил Вәлиевтың яңы шиғырҙар китабын күрергә яҙыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Дата публикации: 7.05.2019.