Выбрать язык

Рәшит Назаровтың 75 йыллығын ҡаршылап…..

15 мартта Төрөмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә яҙыусылар менән осрашыу үтте. Унда Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, шағир Салауат Әбүзәр, Ауырғазы районының  “Зәңгәр шишмә” яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Вәрис Йәғәфәр улы Акбашев һәм райондың башҡҡорттар ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламановалар ҡатнашты.

Балалар ҡунаҡтарҙы Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырына флешмоб менән ҡаршы алдылар. Артабан осрашыу шағирҙың музейында дауам итте. Уҡыусылар яҙыусының шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, ә яҙыусылар күстәнәскә үҙҙәренең шиғырҙарын бүләк иттеләр. Осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Дата публикации: 15.03.2019.