Мең ере — мең берлеге
Мең ырыуының беренсе йыйыны 1994 йылдың 19 мартында Дәүләкән ҡалаһында үтә. Меңдәрҙең икенсе йыйыны 2006 йылда Өфө ҡалаһында уҙғарыла: республиканың 14 районынан 3 ҡалаһынан 150 делегат йыйыла. Был йыйында башҡорт халҡының борсоған һорауҙар ҡарала: башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, башҡорт мәҙәниәтен һәм тәбиғәт ҡурсаулыҡтарын һаҡлау, йәштәр араһында эскелек, наркомания кеүек йәмһеҙ күренештәр менән көрәш, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, бәләкәй ауылдарҙың яҙмышы һәм ер мәсьәләһен аныҡ ҡарау.
Ә 2018 йылдың 12 апрелендә Өфө ҡалаһының Йәштәр мәҙәниәт һарайында Меңле ырыуының III йыйыны булып үтте. Ауырғазы районы меңлеләре лә ҡатнашты был йыйында.
Үҙәк районы китапханаһы бай йөкмәткеле «Дан йырлайым, Ауырғазыма» китап күргәҙмәһен тәҡдим итте. Ә Мораҙым ауылынан «Вәлитовтар шәжәрәһе» һәм Төрөмбәт ауылынан Гөлфиә Ханнанованың ауылдаш шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың шиғыр юлдары сигелгән картиналары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Меү ырыуы йәмәғәт ойошмаһы бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Йыйында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов, «Мең ырыуы» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, филология фәндәре докторы, яҙыусы Рәшит Закир улы Шәкүров, Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Ишмөхәммәт улы Хәмиҙуллин, социология фәндәре кандидаты Илгиз Зенфир улы Солтанморатов, филология фәндәре докторы, ғәлимә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәевалар сығыш яһаны. Бик күп һорауҙар ҡаралды, фекер алышыуҙар булды.
Йыйын делегаттары башҡорт теленә, халҡына бөтөү ҡурҡынысын янауын, мәктәптәребеҙҙе, ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тейешлекте һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
1. «Мең ырыуы берләшмәһе» йәмәғәт ойошмәһының Совет ағзаларын һайлап үтелде. Беҙҙең райондан Мең ырыуы Советы составына Кудашев Нил Вәкил улы һәм Ильясов Вәкил Искәндәр улдары инде.
2. Шулай уҡ рәсми өлөштә «Мең ырыуы берләшмәһе» йәмәғәт ойошмаһының Уставын, гербын һәм флагын ҡарап, раҫлап үтелде.
Бүләкләү тантанаһында әүҙем эш алып барыусы Мораҙым ауылы хакимиәте башлығы Кудашев Нил Вәкил улы һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн район мәҙәниәт йорто хореографы Юлмөхәмәтов Фәнәғәт Фәрит улы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.
Йыйында ҡатнашыусы райондар әҙерләгән сәнғәт эшмәкәрҙәренең концертында Ауырғазы районынан «Шишмә буйында» бейеүе (Ф.Юлмөхәмәтов, Ф.Карюкова), «Уҙған ғүмер» исемле мең башҡорттарының йыры Фәнәғәт Юлмөхәмәтов башҡарыуында яңғыраны.