Выбрать язык

Мостай йыһаны

Мостай Кәрим 1919 йылда Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл Өфө педагогия рабфағында уҡый, 1937-1941 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия институнының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты .

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан ҡайтҡас, Мостай Кәрим әҙәби ижад эшенә ныҡлап тотона, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ул 1951 йылдан  1962 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләне, ә 1962 йылдың майында РСФСР Яҙыусылар союзының секретары итеп һайлана. Халҡы, илебеҙ әҙәбиәте алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ул Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, “Почет билдәһе” ордендары менән бүләкләнә. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелә.

Мостай Кәрим 1935-1936 йылдарҙа яҙа башлай, шиғырҙары йәштәр газеталарында баҫылып сыға. 1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды” тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға. Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан алда ғына сыҡҡан икенсе китабы – “Яҙғы тауыштар” тигән шиғырҙар йыйынтығы уның исемен әҙәбиәткә ныҡлап беркетә. Бынан һуң бер -бер артлы баҫылып сыҡҡан китаптары уны төрлө жанрҙарҙа ла уңышлы эшләүе яҙыусы итеп танытты. Әҙиптең әҫәрҙәре рус, украин, татар, грузин ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителеп, айырым китаптар булып баҫылып сыға. Шулай итеп, уның ижады бөтә ил, хатта бөтә донъя күләмендә киң таныла.

Төрөмбәт мәктәбенең 6-7 синыф уҡыусылары өсөн үткәрелгән “Мостай йыһаны” әҙәбиәт дәресендә уҡыусылар ошо турала белделәр. Бөйөк әҙиптең китаптары менән таныштылар. Дәрестә Мостай Кәрим шиғырҙарына яҙылған: “Уҡытыусыма”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Йылғалар төнөн һөйләшә” йырҙары яңғыраны. Ә башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилара Исанбаева Иҙрис ҡыҙы яҙыусының драма әҫәрҙәре , комедиялары менән таныштырҙы. Шағирҙың бик күп шиғырҙары уҡылды: “Россиянмын”, “Ҡайын япрағы тураһында”, “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк.

Китапханала уҡыусылар өсөн “Мостай Кәримгә 100 – йыл” исемле китап күргәҙмәһе булдырылды.

Дата публикации: 15.10.2018.