Выбрать язык

Сәскәләр нур сәсәләр

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. 

Беҙҙең Төрөмбәт ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Ошо матурлыҡ яратыусы, уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығында ауылда Сәскәләр байрамы үтте. Байрамда ярыш-уйындар ҙа ойошторолдо. Ололар сәскә исемдәре ҡушылған йырҙар башҡарыуҙа ярышты. Үҙҙәре өсөн ойошторолған уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Байрамда ҡатнашҡан һәр кем бүләк алып ҡыуанды. Байрам күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.

Дата публикации: 13.09.2018.